Һуғыштың тәүге көнөнән Туғыҙлы ауыл биләмәһенән фронтҡа 224 кеше китә, уларҙың 104-е яу ҡырында ятып ҡала, 120-һе Еңеү менән әйләнеп ҡайта. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы йылында туғыҙлылар ауыл үҙәгендә, мәҙәниәт усағы алдында обелиск ҡуйырға хәл итә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһын бойомға ашырыу ярҙамында 190 мең һум аҡса бүленә, халыҡ 100 мең һумдан ашыу йыя.
Обелискыны асыу тантанаһында яҡшы инициативаны тәҡдим иткән һәм тормошҡа ашырған ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Р. Вәхитов, Арыҫлан ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы З. Ҡотошова, Ҡыйғы районы муниципаль район Советы секретары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары А. Ғәйфуллин, район ветерандар Советы рәйесе Д. Ибәтуллина сығыш яһаны. Улар Туғыҙлы ауылының иң әүҙем кешеләренә, ярҙам, шул иҫәптән спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткәндәре өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Йыйылыусыларҙы иҫтәлекле ваҡиға уңайынан Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың ғаилә ағзаларын социаль яҡлау комитеты район бүлексәһе етәксеһе, тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Р. Асҡаров ҡотланы.
Ҡунаҡтарҙың сығыштарынан һуң обелиск алдына сәскәләр һалынды. Йыйылыусылар яуҙа һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Обелискыны асыу хоҡуғы Р. Вәхитовҡа һәм орденға лайыҡ булған хеҙмәт ветераны М. Закировҡа бирелде.
Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре башҡарыуында йырҙар яңғыраны, шиғырҙар уҡылды.